Наши люди
Мечта детства: путь Гульсины Юмагужиной в журналистику


13 ИЮЛЬ — ПОЧТА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Интернет, нанотехнологиялар һәм йыһанды яулау осоронда почтальондың эше, тәү ҡарашҡа, бер аҙ архаик булып күренергә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта яңы мәғлүмәт алыу өсөн ҡайһы бер селтәр ресурстарын файҙаланыу етә. Әммә, хатта электрон хаттар дәүерендә лә, мессенджерҙар тормошон традицион почта ебәреүҙәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Көн һайын күптәр хаттарҙы, донъяның төрлө мөйөштәренән ебәрелгән посылкаларҙы, көндәлек матбуғатты түҙемһеҙлек менән көтә. Ә бының артында почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренең ҙур өлөшө тора.Үткәл һәм Хөсәйен ауылдарын 12 йылдан ашыу почта хеҙмәте менән тәьмин иткән Көнһылыу-Әлизә ЙОМАҒУЖИНА бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, эшен яратып атҡарған, алдынғы, тырыш, уңған почтальондарҙың береһе.
— Мин Егәҙе ауылында тыуғанмын. Әсәйем Йәмиға мин тыуғас мәрхүмә булып ҡала һәм мине 6 айҙан алып Үткәл ауылынан Хәснә Йомабай ҡыҙы һәм Мөнәжәт Баязит улы алып үҫтерә. Хәҙер инде гүр эйәһе булған атай-әсәйемә яҡшы тәрбиә биреп, үҙ балалары ише яратып-һөйөп үҫтергәндәре өсөн рәхмәтлемен. Йөрәгемдә улар тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡлана һәм ҡәҙерлеләремде хәтергә алған һайын күҙҙәремә йәштәр эркелә. Улар мине шул тиклем ҡурсып, наҙлап үҫтерҙеләр, үгәй бала икәнемде кейәүгә сыҡҡас, 19 йәшемдә генә белдем.
1984 йылда Үткәл ауылы егете Таһир Дилмөхәмәт улы менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирҙек. Ҡала медицина колледжын тамамлаған Надир улыбыҙ әлеге көндә Асы шифаханаһында массажсы булып эшләй. Шунда уҡ лаборант булып эшләгән Лидиә киленебеҙ менән 2 бала тәрбиәләйҙәр, татыу, матур ғүмер кисерәләр.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Эльвина ҡыҙыбыҙ Үткәл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ колледжының ҡалалағы филиалын тамамлаған кинйәбеҙ Рәфил Белорет металлургия комбинатында эшләй. Киленебеҙ Алина менән 2 бала үҫтерәләр.
Уландарым икеһе лә Ватан алдындағы бурысын үтәп, хеҙмәт итеп ҡайтты. Аллаға шөкөр, балаларым менән ғорурланам һәм уларҙың бәхеттәренә һөйөнөп туймайым.
Тормош булғас, ағын да, ҡараһын да күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылда тормош иптәшем мәрхүм булып ҡалды һәм балаларҙы оло тормош юлына баҫтырыу үҙ иңемә төштө.
Тормошома зарланмайым. Минең ише йәрһеҙ ҡалған Фәйзулла Нәҡип улы менән гөрләтеп донъя көтөүебеҙгә быйыл 19 йыл тулды. Изге йөрәкле, аңлаусан, сабыр һәм аҡыллы хәләлемә барыһы өсөн рәхмәтлемен.
Почтальон булып эшкә урынлашҡанға тиклем, 14 йыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка хеҙмәтен атҡарҙым. Почта эшенә урынлашҡанда эштең ауырлығынан башта бер аҙ баҙап, ҡурҡып ҡалһам да, тиҙ арала өйрәнеп киттем. Бығаса гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы Шығай почта бүлексәһенән барып алып ҡайта инем. Ҡар-ямғыр яуғанда ла, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла йөрөргә тура килә. Шулай бер мәл көслө буран ваҡытында туранан йәйәүләп юлға сығып, ҡар һырынтыһы аҫтында ҡала яҙҙым. Ул көндө сараһыҙлыҡтан илап бөткәнемде хәҙер көлөп кенә хәтергә алам. Еңел эш булмай тиҙәр, ауыр саҡтар ҙа, проблемалар ҙа килеп сыға, әммә түҙәм. Эшемде шул тиклем яратып, күңел биреп атҡарғанға мине бер һынау ҙа һындырмай.
Гәзиткә яҙылыу һәр кемдең күңел талабы — кемеһелер үҙе килеп яҙыла, ҡайһыларын өгөтләргә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу компанияһының тиҙҙән тамамланыуы хаҡында иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк. Беҙҙең эшмәкәрлек ябай кешеләр өсөн мөһим. Улар беҙҙе һәр ваҡыт көтәләр һәм айырыуса ололар почта килгәненә шатланалар.
Бөтә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм лайыҡлы эш хаҡы теләйем, — тине Көнһылыу-Әлизә Мөнәжәт ҡыҙы.


«Медицина кешене,ә ветеринария тотош кешелекте дауалай!». Мин ошо девизды Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультеты бинаһының ҙур коридорында уҡыным.Ваҡытында әллә ни әһәмиәт бирмәһәм дә,хәҙер килеп кенә аңлайым был һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәгә эйә икәнлеген..Сөнки, һуңғы йылдарҙа йорт хайуандары, ҡош-ҡорт араһында ни төрлө генә йоғошло ауырыуҙар юҡ?Һәм әлбиттә был ҡурҡыныс, йоғошло ауырыуҙар менән иң беренсе сиратта кемдәр көрәшә? Әлбиттә, ветеринария хеҙмәткәрҙәре!Ә ауыл ерендә мал, ҡош-ҡорт тотоп йәшәгән халыҡ,мал-тыуарына берәй ҡаза килһә, кемгә йүгерә? Әлбиттә,ветеринарға! Беҙҙең өсөн ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡәҙимге,ябай ғына хеҙмәткәрҙәр кеүек тойола..Яҙлы-көҙлө мал-тыуарға ауылдар буйлап йөрөп вакцинация эшләп сығалар ҙа, ҡалған ваҡыттарында үҙенең шәхси донъяһын ҡыуып йәшәп ятҡан кеүек тойолалар.Шуға күрә лә ҡайһы бер йорт хужалары,ветеринарҙар уларҙың малдарын ҡарарға тип килһәләр,кәрәк-кәрәкмәгәнгә прививка эшләп, шул препараттар өсөн аҡса һуғып йөрөгән кешеләр кеүек ҡабул итеп ҡаршылайҙар,тиргәшәләр,хатта йорт ҡураһында торған малдарын да күрһәтергә,ярҙам итергә тырышмағандар ҙа аҙ түгел..Мәҫәлән,мин үҙем йәшәгән ауылда,бер ветеринар хеҙмәткәре ситкә күсеп киткәс,ә инде икенсеһе баҡыйлыҡҡа күскәс кенә аңланым,ни хәтлем был һөнәр эйәләренең кәрәклеген..Сөнки,хужалыҡта тотҡан эре малды үҫтереү өсөн,уны аҫрау өсөн аҙ көс түкмәйһең,аҙ сығым түкмәйһең.. Һәм,ошо малың менән берәй нимә була ҡалһа,кемдән барып ярҙам һорарға ла белмәйһең…Бына шунда аңлайһың,был хеҙмәт кешеләренең мөһимлеген!Һүҙ ыңғайында әйтеп үтергә кәрәк, ветеринария һөнәрен үҙләштереү бик ауыр.Аграр университетта иң ауыр факультет булып ветеринария факультеты тора,унан ҡала икенсе урында механика факультеты килә.Бересеһендә биш йыл буйына химия фәненең бөтә төрҙәре тәрән уҡыһалар,бынан тыш тағы ла зоология,ботаника,биология,латин теле,генетика,физиология һ.б.бихисап фәндәрҙе лә ҡушһаҡ,ә инде механика факультетында физиканы белмәгән кеше уҡып сыға алмай..80-90 йылдарҙа был факультеттарға 100-150 кеше алһалар ҙа, һуңғы курстарҙа 50-60 кеше генә тамамлап сығыуға өлгәшә ине,буғай.. Әлбиттә,был турала бик күп яҙырға,һөйләргә мөмкин.Һәр хеҙмәт эйәһенең һөнәр нескәлектәре бар,яҡшы яғы,яман яғы,тигәндәй.. Әммә,иғтибар итһәк, бөгөнгө көндә ветеринария хеҙмәтендә йөрөгән кешеләр араһында йәштәрҙең бөтөнләй булмауы күҙгә ташлана.Төрлө кимәлдәге уҡыу йорттарын тамамлап килгән йәштәр был эштә оҙон-оҙаҡҡа сыҙай алмайҙар.Сөнки, йәйен-ҡышын,яҙын-көҙөн,эҫелә-һыуыҡта, ямғырҙа-буранда,тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында,ауылдарҙағы йорттар буйлап прививка эшләп йөрөү,ә унан да бигерәк,ҡазаланған малға ярҙам күрһәтеү өсөн үҙ ваҡытың менән иҫәпләшмәй йортоңдан сығып китеп,урынына барыу өсөн түҙемлек,ә унан да бигерәк,ошо эште яратып башҡарған кеше кәрәк.Ә быға күптәрҙең ихтыяр көсө етмәй..Ни өсөн мин был турала ентекләп яҙырға булдым?Сөнки минең үҙемдең бер туған оло ағайыбыҙ,Хәдис Хәсән улы быйылғы йылда 44 йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләй.Уның хеҙмәт кенәгәһендә, юғары белемле ветеринария белгесе булып эшләп килеүе тураһында яҙманан башҡа икенсе яҙмалар юҡ.Ул үҙенең профессияһы буйынса теүәл 44 йыл эшләп килә!Был бик ҙур дәүер!Ошо ваҡыт эсендә ул ниҙәр генә кисермәгән..Мал-кеше түгел.Улар менән эшләү осоронда төрлө имгәнеүҙәр,хәҙер килеп олоғая төшкәс йылдан-йыл нығыраҡ үҙҙәрен һиҙҙерәлер,күрәһең.Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан,ағайым бөгөнгө көндә лә Шығай ауылы хакимиәте биләмәләрендәге әллә күпме ауылдарҙы хеҙмәтләндерә.Был эштең ауырлығын,ошо эштә эшләгән кеше үҙе генә белә.Ә инде йылдан-йыл ветеринария хеҙмәте буйынса заманса талаптарҙың артҡандан-арта,көсәйә барыуы, хеҙмәткәрҙәргә яуаплылыҡты арттыра ғына.Быйылғы йылда,Хәдис ағайҙың эшен ҙурҙан баһалап, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау Ҡағыҙын тапшырғандар уға.Афарин,Хәдис ағай! Киләсәктә лә иҫән -һау, имен-аман эшләп йөрөргә яҙһын!
